Башҡортостанда 460-тан ашыу ғаилә яңы йыл түләүҙәренә ғариза биргән

Мобилизацияланған ир-егеттәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡаралған 20 мең һум түләүгә заявкалар тапшырыу дауам итә.  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, Күп функциялы үҙәктәр аша – 264, Дәүләт хеҙмәттәре порталына 187 документ бирелгән, ҡалғандары социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә ҡалдырылған. 20 мең һум мобилизацияланған ир-егеттәргә, уларҙың тормош иптәштәренә, бәлиғ булмаған балаларға һәм көндөҙгө бүлектәрҙә уҡыған 23 йәшкә тиклемге студенттарға ҡарала. Аҡса 26 декабргә тиклем күсерелергә тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда 460-тан ашыу ғаилә яңы йыл түләүҙәренә ғариза биргән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ