Үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа киткән 3 тиҫтәнән ашыу ир-егет араһында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан адвокаттар коллегияһының элекке рәйесе Булат Йомаҙилов та бар. Алыҫ юлға сыҡҡан яҡташтарыбыҙҙы БЮТ ижади төркөмө лә оҙатты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Өфөнөң Октябрь һәм Совет районы хәрби комиссариаты алдында иртәндән йәнлелек. Саҡырыу пунктынан бөгөн 3 тиҫтәнән ашыу яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияға юллана. Үҙ теләге менән алғы һыҙыҡҡа китеүселәр араһында Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан адвокаттар палатаһының элекке рәйесе, Республиканың атҡаҙанған юрисы Булат Йомаҙилов та бар. Булат Ғүмәр улына 61 йәш, ул Белорет районы Бирҙеғол ауылында тыуып үҫкән. Атайым 1941 йылда тәүгеләрҙән булып үҙ теләге менән фронтҡа киткән, беҙ ҡаһарман йөрәкле яугирҙарҙың вариҫтары, мин ғаризаны 5 ай элек үк яҙғайным, ти ул.
Алыҫ юлға сыҡҡан ир-егеттәрҙе оҙатырға Республика етәкселеге лә, туғандары ла, яҡындары ла, яҡташтары ла килгән. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, Башҡортостан егеттәре һәр ваҡыт ҡаһарманлығы, ҡыйыулығы менән айырылып торған, илгә хәүеф янағанда һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа баҫҡан.
Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланыусылар араһында төрлө быуын, милләт вәкилдәре бар. Әммә уларҙың бөтәһен дә бер теләк берләштерә, тиҙерәк нацизмды еңергә һәм илдә тыныслыҡ урынлаштырырға.
Егеттәр үҙҙәре әйтеүенсә, барыһы ла әрме сафында хеҙмәт иткән, физик әҙерлектәре яҡшы, улар бөгөндән алғы һыҙҙыҡа юлланырға әҙер. Әммә белгестәр фекеренсә, хәрби операцияға инер алдынан белгәндәрҙе иҫкә төшөрөп, хәрби күнекмәләр үтергә тура киләсәк.
Рәмзиә Кәримова



