Башҡортостан Электрон мәғариф порталында ошондай консультациялар ойошторола. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, илдә бындай тәжрибә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда индерелгән.
“Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проектына ярашлы республиканың бөтә мәктәптәренә юғары тиҙлекле Интернет үткәрелгән, яңы IT-инфраструктура булдырыла. Ул һанлы белем биреү ресурстары һәм системаларын ҡулланыу мөмкинлеген бирә. Башҡортостанда белем биреү өлкәһендәге 20-гә яҡын дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон тәртиптә алырға мөмкин.







