Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ялан почтаһы аша хат ебәрә ала

Рәсәйҙең Оборона министрлығы махсус хәрби операция барған биләмәләрҙә ялан почтаһын асты. Хаттарҙы адресатҡа тапшырыу менән фельдъегер-почта элемтәһе шөғөлләнә. Һалдатҡа хат ебәреү өсөн, ул хеҙмәт иткән хәрби часенең һанын белергә кәрәк. Уны экрандағы телефон һандары буйынса асыҡларға мөмкин.

Хатты ябай конвертҡа һалып, 103400 индексын һәм Мәскәү - 400 адресын күрһәтергә, хәрби часенең номерын яҙыу мотлаҡ. Хәрбиҙәр ҙә яҡындарына яуап хаты ебәреү мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн һәр һалдат конверт һәм яҙыу кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителәсәк.

Күп корреспонденция ебәрелә, балалар ҙа, хәрбиҙәрҙең туғандары ла хат яҙа. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар өсөн был бик мөһим. Телефон менән ҡулланыу, интернетҡа сығыу сикле шарттарҙа хат яҙыу йолаһы ҡайтарыла. Барлыҡ хаттар тәүҙә Мәскәүгә барып етә, унда хәрби частәр буйынса айырылып, адресатҡа тиклем ебәрелә. Хаттар 20 грамм, бандероль 2 килограммға тиклем һәм посылка 10 килограмдан ашырға тейеш түгел. Быларҙың барыһында «Рәсәй почтаһы» бүлексәһендә төйнәргә була.

Михаил Блажевич, Башҡортостан хәрби комиссары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ