Йыл башынан баҡса йорттарында 362 янғын сыҡҡан, 12 кешенең ғүмере өҙөлгән. “Бындай өйҙәрҙә газ юҡ, йылы биреү үҙәкләштерелмәгән. Кешеләр йышыраҡ электр йылытҡыстар ҡуллана. Был хәүеф тыуҙыра”, - ти Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Искәндәр Насибуллин.
Быйыл мини-сирена ярҙамында 800-гә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарылған. Уларҙың 287-һе балалар. Белгестәр янғын иҫкәртеү ҡоролмаһының батарейкаһын даими тикшереп торорға кәңәш итә.







