Рәсми сайты аша техник паспорт һәм техник планға бер юлы заказ биргәндә аҡса түләү талап ителмәй

«Дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризация» учреждениеһында кадастр иҫәбе һәм хоҡуҡтарҙы теркәүгә документтарҙы тапшырыу хеҙмәтенә иғлан ителгән акция дауам итә. Уға ярашлы, ойошманың рәсми сайты аша техник паспорт һәм техник планға бер юлы заказ биргәндә аҡса түләү талап ителмәй. Хаҡлы ялдағылар иһә учреждение офистары йә күп функциялы үҙәктәргә килеп тә, был хеҙмәт менән бушлай файҙалана ала. Ни бары пенсия таныҡлығын күрһәтергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8-347-246-89-45 телефоны буйынса белергә мөмкин.

Акцияға ике ай элек старт бирелгәйне, ул декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Һәр кем ябайлаштырылған формала тулы пакет хеҙмәт алыу хоҡуғына эйә

Гөлнара Мөслимова, Башҡортостандың дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризация учреждениеһы баш белгесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ