Санкт-Петербург артистары Өфө сәхнәһендә

Борис Эйфмандың балет театры тамашасыға бер түгел, ике тамаша тәҡдим итте. «Анна Каренина» менән «Роде́н: ее вечный идол» балеттарын Өфө тамашасыһы аншлаг менән ҡабул итте. Тәүге классик спектакль күптәргә билдәле булһа, икенсеһе скульптор Огюст Роде́н һәм уны илһамландырыусы йәш ҡыҙҙың мөнәсәбәте тураһында. Ике тамаша ла «Иң яҡшы балет» номинацияһында «Алтын битлек» театраль премияһына лайыҡ булған.

Өфөгә мин сәйәхәт менән килгәнем булғайны. Ә бына гастролдәр менән тәүге тапҡырмын. Ҡала ныҡ оҡшай, таҙа һәм матур. Халыҡ үҙе йәшәгән баш ҡаланы яратҡаны күренеп тора. Тамашасыларҙың мәҙәниәт кимәле лә юғары. «Анна Каренина» спектаклен аяғүрә алҡышланылар. Был бик ҡыуандырғыс күренеш.

Олег Марков, Борис Эйфман балет театрының гастролдәр етәксеһе

Әйткәндәй, гастролдәр Борис Эйфман театрының 45 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған. Ул бер ай дауам итә. Төньяҡ баш ҡала артистары тағы ла Төмән, Екатеринбург, Силәбе, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа сығыш яһаясаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ