Тере легенда менән аралашыу районда уҙған «Мин патриот» республика форумы сиктәрендә ойошторолдо. Илһөйәрлек форумы район үҙәгендә урынлашҡан Еңеү һәм хәтер паркында митинг менән башланды. Килгән ҡунаҡтар, сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алып геройҙар мемориалына сәскә һалды.
Һуңынан үҫмерҙәр төркөмдәргә бүленеп илһөйәрлек тураһында лекциялар тыңланы, Рәсәй Геройы Владимир Алимов менән әңгәмә ҡорҙо. Шулай уҡ тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәре, тирҙа сәпкә атыу, ҡул көрәштереү кеүек ярыштар ойошторолдо. Владимир Алимов әйтеүенсә, форум йәштәрҙә Ватанды һаҡлауға әҙер булыу, хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү өсөн мөһим сара.



