Өфө Бөйөк Устюгтан Рәсәй төбәктәре буйлап сәйәхәткә сыҡҡан Ҡыш бабай поезын ҡабул итте

Күләмле проект Рәсәй тимер юлдары компанияһы тарафынан уҙғарыла, уның сиктәрендә байрамса йыһазландырылған состав октябрь аҙағынан ғинуар уртаһына тиклем 33 мең саҡрым ара үтеп, йөҙҙән ашыу ҡалала ҙур туҡталыштар яһай.

Башҡортостанда быйыл Белорет ҡалаһында йәшәүселәр өсөн дә күңел асыу программаһы ҡаралған. Тылсымлы поезда Ҡыш бабайҙың күсмә резиденцияһы ойошторолған, балаларға хат ебәреү өсөн почта булдырылған, төрлө уйын-конкурстар үткәреү майҙансығы эшләй. Шулай уҡ айырым вагондарҙа сувенир лавкаһы, фотозона, ресторандар ҙа бар.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ