Радий Хәбиров Ҡарман электр станцияһының энергия блогын ремонттан һуң файҙаланыуға старт бирҙе

Башҡортостан генерациялау компанияһы Ҡарман электр станцияһының өсөнсө энергия блогын ремонттан һуң файҙаланыуға тапшырҙы. Уға старт биреүҙә республика менән идара итеү үҙәгенән виеобәйләнештә Радий Хәбиров ҡатнашты. Ил Президенты тарафынан ойошторолған йылылыҡ тәьминәтен модернизациялау программаһы тәүгеләрҙән Башҡортостанда индерелде. электр станцияһындағы тантаналы минуттарҙы беҙҙен ижади төркөм күҙәтте. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Турбина һәм генератор Рәсәйҙә етештерелгән. Ҡеүәтле генератор ноябрь айында һынау үткән.

Башҡортостандың генерациялау компанияһы етәксеһе Виктор Лариошкин менән Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Тимур Герасимов баҫты.

Республика менән идара итеү үҙәгенән видеобәйләнеш аша төбәк етәксеһе Радий Хәбиров старт бирҙе.

Ремонт эштәре ике йыл барған һәм ваҡытынан алда тамамланған. Ике миллиард ярым һум аҡса тотонолған, ул федераль проект буйынса хөкүмәттән ун алты йыл эсендә ҡаплана.

Ҡарман гидроэлектростанцияһының өсөнсө блогы Рәсәй энергетика системаһында илле ике йыл дауамында эшләп 38 миллиардтан ашыу киловатт сәғәт электр энергияһы етештергән. Яңыртыу уны эксплуатациялауҙы тағы ла 30 йылға оҙайта.

Ҡоролманың ҡеүәте яңыртыуҙан һуң 13 мегаватҡа артып 316 мегаватҡа еткән,шул уҡ ваҡытта йылылыҡ менән тәьмин итеү өсөн яғыулыҡ күләме әҙерәк файҙалана башлаясаҡ.

Ил хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы объект киләһе йылдан Электр энергияһы ҡеүәте күмәртә баҙары системаһына индерелә.

Ҡарман гидроэлектр станцияһына Башҡортостандағы етештерлгән электр энергияһының 45 проценты тура килә.110 һәм 500 киловольтлы линиялар менән Башҡортостан төбәктәренән тыш электр Удмурт республикаһына, Татарстанға һәм Силәбе өлкәһенә ебәрелә. Сәнәғәт объекты һәр өйҙә ут булһын өсөн эшләй, ә ниндәйҙер боҙоҡлоҡтар булған хәлдә резерв энергия бирә ала.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ