Өфөләге Башҡорт республика гимназия-интернаты топ-10 милли мәктәптәре инновация исемлегенә инде

Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты топ-10 инновация милли мәктәптәре исемлегенә ингән. Белем усағында уҡытыу процесы заманса методик ҡулланмалар, яңы алымдар ярҙамында ойошторола. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Берәүҙәр өсөн селтәр булһа, икенселәр уны яға, һаҡал тип йөрөтә... «Башҡорт биҙәүестәрен эшләү» түңәрәгенә йөрөүсе 9 класс ҡыҙҙары өсөн үткәрелгән дәрес атамаларҙы ныҡлы өйрәнеү маҡсатында үткәрелә. Республикабыҙ район-ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән йыйылған балалар халҡыбыҙҙың рухын һәм эске булмышын сағылдырған милли әйберҙәр менән таныша.

Уҡыусыларға һәр ваҡыт алдынғы булырға, дуҫ, татыу йәшәргә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, уҡыуға етди ҡарарға өйрәткән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостандың топ-10 инновация милли мәктәптәре исемлегенә инде.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты нигеҙендә Зөмәрә Хисмәтуллина исемен йөрөткән музей ҙа эшләп килә. Уның етәкселегендә йәш крайҙы өйрәнеүселәр менән Башҡортостан, Ырымбур, Һамар, Силәбе, Ҡурған ерҙәренә 40-тан ашыу поход ойошторолған. Был мәғлүмәт музей асырға мөмкинлек бирә лә инде. Интернат республика һәм ил кимәлендә танылыу яулаған ғалим, инженер, уҡытыусы, рәссам, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен тәрбиәләгән. Белем усағында милли кадрҙар әҙерләүҙә гимназия нигеҙендә эшләгән предуниверсарийҙар ҙа ярҙам итә.

Белем усағында уҡытыу 7 кластан алып ойошторола, әлеге ваҡытта 675 гимназист иҫәпләнә. Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, башҡорттар күпләп йәшәгән күрше төбәктәрҙән йөрөп уҡыусы малай-ҡыҙҙар ҙа бар.

Башҡорт милли биҙәүестәренә бағышланған дәрес киләһе йылға теләктәр әйтеп, түшелдереккә тәңкәләр йәбештереү менән тамамланды. Уларҙың һәр береһенә яҡты хыял, киләсәккә ышаныс һалынған.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ