Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Интер РАО” компанияһы етәксеһе Борис Ковальчук видеоэлемтә аша дәүләт район электрстанцияһы эшенә старт бирҙе. Проект 2,4 миллиард һумға баһалана. Яңыртыу эштәре 2020 йылдың ноябрендә башланғайны. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикала энергетика системаһын яңыртыу дауам итә.
“Интер РАО” холдингы генераль директоры Борис Ковальчук республика етәкселегенә проектҡа булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Дәүләт программаһына ярашлы, Башҡортостанда энергетика тармағын яңыртыуға өс йылда 17 миллиард һум инвестиция йәлеп ителә.
Радий Хәбиров һәм Борис Ковальчук Республика менән идара итеү үҙәгендә булды. “Интер РАО” компанияһы етәксеһе бындағы эшмәкәрлеккә юғары баһа бирҙе.




