Мәғариф белгестәре йәштәргә белем һәм тәрбиә биреү алымдары менән уртаҡлашты. Сөнки һуңғы йылдарҙа колледждарға уҡырға инеүселәр арта. Һөнәри уҡыу йортон һайлаусылар туғыҙынсы класты тамамлаусыларҙың 60 процентын тәшкил итә. Волга буйы федераль округында ғына 230 мең бала белем алыуын колледжда дауам итә. Был осорҙа уҡытыусыларҙың тәрбиә көсө бик мөһим, тиелде кәңәшмәлә.



