Был юлы Юрий Лисицкий тәрбиәләнеүселәре Новокуйбышевскиҙың «Нова» командаһынан өҫтөнөрәк булды. Иҫәп - 3:0. Партияларға килгәндә ул 25:21, 25:18 һәм 25:21 иҫәптәре менән тамамланды. Иң һөҙөмтәле уйынсы тип Әмирхоссейн Эсфандийәр танылды. Башҡортостан командаһының Иран легионеры 18 мәрәй тупланы. Әле «Урал» волейбол клубы турнир таблицаһында дүртенсе баҫҡысында килә. Киләһе турҙа яҡташтарабыҙ чемпионат лидерҙарының береһенә, Мәскәүҙең «Динамо» һына ҡаршы уйнай. Осрашыу баш ҡалала 11 декабрҙә үтә.



