«Юлдаш» радиоһы хәбәрселәре Махсус операция яугирҙарының ғаиләләренә ярҙам итте

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. «Юлдаш» радиоһы хәбәрселәре ҡулдарына балта, көрәк алып Махсус операция яугирҙарының ғаиләләренә ярҙам итте. Ижади коллективтың акцияһы хаҡында киләһе сюжетта.

«Юлдаш»тар һөйләргә генә түгел, көс түгеп эшләргә лә оҫта. Ауыл егеттәре өсөн утын ярыу кеүек физик эш эфир алып барған кеүек кенә... Әммә ярҙамдың маҡсаты тағы ла тәрәнерәк һәм әһәмиәтлерәк.

Берҙәмлек ул - яуаплылыҡ һәм битараф булмау. Ғаилә өсөн утынды эшҡыуар Тимерғәле Ураҙғолов һатып алған.

Ҡул эше янына йөрәк йылыһы ла ҡушыла. «Юлдаш» радиоһы мобилизациялағыларҙың ғаиләләренә махсус бүләктәр ҙә тапшырҙы. Рәмиләнең тормош иптәше ил һағында.

Бер нисә сәғәт эсендә бер машина утын ярылып өйөлдө, ҡар көрәлде, өй башын йылытыусы материал ташып ҡуйылды.

Сираттағы йорт хужабикәһенең ике улы ла Махсус операцияла. Береһе - взвод командиры. Ағалы ҡустылы туғандар бергә хеҙмәт итә.

Был яугирҙың ғаиләһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы «Юлдаш» радиоһы. Эфир уңғандарын бесән мәшәҡәте көткән.

Ауыл хакимиәте башлығы әйтеүенсә, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары даими иғтибарҙа. Әммә ошондай ярҙам саралары үҙ-ара берҙәмлекте арттыра.

«Юлдаш»тар ил намыҫын һаҡлаусыларҙың ғаиләләренә күңел йылыһын еткерҙе. Батырҙарҙың яҡындарын ҡараулы һәм яҡлаулы итеү дөйөм кешелек бурысы. Сөнки беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ