Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков Федерация Советында сығыш яһаны. Пенсия, пособие һәм башҡа социаль түләүҙәр өсөн бюджетта аҡса ҡаралған. Быйыл июлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса пенсия 10 процентҡа арттырылғайны. Киләһе йылда йәшәү минимумы ла индексациялана. Ул 13,6 процентҡа күберәк була.







