Башҡортостан Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин ошо турала белдерҙе. Электрон мәғариф порталын бөгөн 800 меңдән ашыу кеше ҡуллана. Улар өсөн 900 самаһы белем биреү ресурсы булдырылған. “Мобиль ҡушымта киң мөмкинлектәр бирә”, - ти ведомство етәксеһе.
Республикала Берҙәм һәм Төп дәүләт имтихандарына онлайн әҙерләнергә була. Башҡортостан Электрон мәғариф порталында ошондай консультациялар ойошторола. Илдә бындай тәжрибә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда индерелгән. “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проектына ярашлы республиканың бөтә мәктәптәренә юғары тиҙлекле Интернет үткәрелгән, яңы IT-инфраструктура булдырыла. Ул һанлы белем биреү ресурстары һәм системаларын ҡулланыу мөмкинлеген арттыра. Башҡортостанда белем биреү өлкәһендәге 20-гә яҡын дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон тәртиптә алырға мөмкин.




