Быйыл Башҡортостанға 1 миллион 600 мең туризм килгән

 Был турала  социаль селтәрҙә  премьер-министр  Андрей  Назаров  яҙа.  - 200 меңдән ашыу  кеше тәбиғәт парктарында  булған. Был уҙған йылдағынан  50 процентҡа  күберәк.  Туристарға  11 миллиард 600 миллион һумлыҡ  хеҙмәттәр күрһәтелгән.  Туриндустрия  өсөн  йыл уңышлы булды, - ти  Андрей Назаров. Башҡортостанда  шулай  уҡ ҡышҡы  туризм үҫешә. Бөгөнгә  14 тау  саңғыһы  курорты  асылған.  Уларҙың барыһы  ла  хәүефһеҙлеккә  тикшерелгән.

Фото №1 - Быйыл Башҡортостанға  1 миллион 600 мең туризм килгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ