Проект «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралып өҫтөнлөклө билдәһе алды. Республика етәксеһе был эште башлап ебәреүсе йәштәрҙе хуплап уларға һәр яҡлап та ярҙам күрһәтеү кәрәклеген белдерҙе.
Әле предприятие ҡулланылған металл йыйып, уны эшкәртеп башҡа заводтарға оҙатыу менән генә мәшғүл. Шуға ҡарамаҫтан сеймал әйләнеше көсәйә һәм ойошма ла ҡеүәтен арттыра. Хәҙер инде цехтарҙы киңәйтеү, етештереү эшен дә яйға һалыу мөмкин, ти эшҡыуарҙар.
Әле предприятиела егерме кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы ҡырҡ мең тирәһе. Яңы етештереү линиялары өҫтәмә эш урындары һәм килемде лә күпкә арттырыу мөмкинлеге бирә. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн йөҙ миллион һум аҡса кәрәк һәм эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамына өмөт итә. Радий Хәбиров йәш эшҡыуарҙарҙың ниәтен хуплап өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерергә ҡушты.



