Башҡортостандан ете егет Рәсәй Оборона министрлығының фәнни ротаһына юлланасаҡ. Унда робототехника, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, нанотехнологиялар һәм башҡа йүнәлештәр буйынса фән менән шөғөлләнергә шарттар тыуҙырылған. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Көҙгө саҡырылышҡа алынған егеттәрҙең етәүһе генә ниндәй ғәскәрҙәргә эләгерен алдан уҡ белгән. Тап фәнни ротала хәрби хеҙмәт үтер өсөн ғариза яҙып, конкурс аша үтергә кәрәк. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған Александр быға тиклем дә фән менән шөғөлләнә, Ҡораллы Көстәрҙә ул төрлө программалар төҙөүен дауам итәсәк.
Әле егеттәргә ниндәй ғәскәргә эләгеүенә ҡарап хәрби форма бирелә. Һәр береһен алда оҙайлы юл һәм бер йыл фәнни хеҙмәт көтә.
Рәсәйҙә Фәнни роталар 2013 йылда Оборона министрлығының фәнни-тишеренеү учреждениелары һәм юғары хәрби уҡыу йорттары нигеҙендә булдырыла. Төп маҡсат - яһалма интеллект өлкәһендә фәнни хеҙмәттәрҙе башҡарыу өсөн заман инфраструктураһын тыуҙырыу. Рәсәй армияһына фәнни роталар йыйыу - альтернатив хеҙмәт үтеүҙе күҙ уңында тота. Бында хеҙмәт итер өсөн һалдаттар ҡаты һайлап алыу комиссияһын үтергә тейеш. Юғары белем алыу тураһында документ, фәнни мәҡәләләр, конкурс, олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр булыуы шарт. Шулай уҡ, компьютер, программалаштырыу, мәғлүмәттәр базаһы менән эш тәжрибәһе лә булырға тейеш.
Әлфинә Килдейәрова



