Бөгөн республиканың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары бишенсе съезға йыйылды

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәре һәм ҡатындары комитеты барлыҡҡа килде.

Бөгөн республиканың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары бишенсе съезға йыйылды. Ойошманың 30 йыллығына арналған ҡорҙа мәғариф, мәҙәнәит, телдәрҙе өйрәнеү, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды. Оҙаҡ йылдар дауамында халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан гүзәл заттар һәм ир-егеттәр тәбрикләнде.

Съезда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Делегаттар «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты. 2027 йылға тиклем йәмәғәт эше планы ҡаралды. Ҡатын- ҡыҙҙар башланғысы менән утыҙ йыл дауамында йөҙҙән ашыу проект эшләп килә. Ә һуңғы ваҡытта улар Донбасҡа һәм хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам оҙатыуҙа әүҙем эшмәкәрлек алып бара.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ