Өфөлә Рәсәй халыҡтарының рухи мираҫ йылы сиктәрендә шиғыр һәм проза яҙыу эшенә башлап аяҡ баҫыусылар тәбрикләнде.
«Ҡаурый ҡәләм» конкурсы Башҡортостанда 2020 йылдан үткәрелә. Йылдан-йыл конкустың географияһы ла киңәйә. Быйыл проза һәм поэзия йүнәлешендә башлап яҙыусы авторҙар рус телендә 54, башҡорт телендә 43 ижади әҫәр тәҡдим иткән. Санкт-Петербург, Мәскәү, Омск ҡалалары вәкилдәре лә юғары әүҙемлек күрһәткән.
Халыҡсан конкурста төрлө йәштәге һөнәр эйәләре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашҡан. Башҡортостан яҙыусылар союзы, Милли әҙәбиәт музейы тарафынан ойошторолған конкурсты йомғаҡлау сараһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһында уҙҙы.



