Өфөнөң 308-се Башҡорт балалар баҡсаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға янсыҡ ебәрә. Бөгөн кескәйҙәр Башҡортостан йылыһын һалып эшләнгән әйбергә хат сәләмен дә яҙып һалды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Кескәйҙәр илһөйәрлек тойғоһон ҡәләм аша һүрәтләй. Кемдер Рәсәй байрағын, илдең ҡеүәтле хәрби техникаһын төшөрһә, икенселәре тыуған республиканың тәбиғәтендә күрә. Был эштәр балаларҙың әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хат сәләме.
Янсыҡтар Өфөнөң 308-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән берлектә әҙерләнгән. Риүәйәттәрҙә, халыҡ йырында телгә алынған традицион әйбер яҡын көндәрҙә яугирҙарға ебәреләсәк.
Әйткәндәй, янсыҡ эшләүҙә ҡатнашҡан дүрт кескәйҙең атаһы һәм балалар баҡсаһы тәрбиәсеһенең тормош иптәше бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Азат Ғәлиуллин






