Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тыуған көнө айҡанлы бөгөн герой исемен йөрөткән 74-се мәктәп уҡыусыларын Мушниковсылар сафына ҡабул итеү тантанаһы үтте. 150-нән ашыу беренсе синыф уҡыусыларына летчик штурмовиктың яҡты иҫтәлегенә значоктар таратылды. Герой вариҫтары менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Тырышып уҡырға, ололарҙы ихтирам итергә, герой исеменә тап төшөрмәҫкә. Мушниковсылар сафына ҡабул итеү тантанаһында беренсе класс уҡыусылары ант бирҙе. Вәғәҙәне нығытып, Почетлы ҡунаҡтар балаларҙың күкрәгенә значоктар таҡты. Герой исемен йөрөткән уҡыусылар ниндәй булырға тейеш тигән һорауға балалар икеләнмәй яуап бирҙе.
Тантанаға авиация ветерандары, хәрби туғанлыҡ ойошмаһы вәкилдәре, Георгий Мушниковтың балалары ла килгән. Ике ҡыҙы, ейәндәре һәм бүләләре йыл һайын беренселәрҙе мушниковсылар рәтенә алыу тантанаһын ғорурлыҡ менән күҙәтә. Георгий Иустинович 18 йәшендә фронтҡа алына, штурмлаусы летчик булып хеҙмәт итә. Яугир Ил 2 самолетында 111 хәрби осоуға сыға, 9 танк, 31 автомашинаны юҡ итә. Хәрби бәрелештәрҙә күрһәткән батырлығы өсөн яҡташыбыҙ 22 йәшендә Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була, уға иң юғары дәүләт наградаһы - Ҡыҙыл йондоҙ ордены тапшырыла.
Яҡташ геройҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлап 74-се мәктәп музей ойошторған. Унда штурмлаусы летчиктың шәхси әйберҙәре, Бөйөк Ватан һуғышы экспонаттары һаҡлана. Мушниковсыларға ҡабул итеү алдынан, беренсе класстар музей эше менән таныша.
Герой исемен йөрөткән музей тантанала тағы бер экспонатҡа байыны. Хәрби туғанлыҡ ойошмаһы мәктәпкә летчик осҡан Ил 2 самолетын һәм пулемет бүләк итте.
Киләһе йыл геройҙың тыуыуына 100 йыл тула. Юбилей айҡанлы 74-се мәктәп сараның ҡала кимәлендә үткәрергә ниәтләй.
Лилиә Мәҡсүтова



