Яҡташтарыбыҙ был юлы Новосибирскиҙың «Себер» клубынан өҫтөнөрәк булды.
Иҫәпте икенсе минутта уҡ юлаевсылар форварды Даниил Скориков асты. Артабан хужалар Денис Голубев тырышлығы менән яуап шайбаһы индерҙе. Тәнәфестән һуң Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре ике минут эсендә өс тапҡыр уңышҡа өлгәште.
Голдарҙы үҙ иҫәптәренә Михаил Науменков, Павел Коледов һәм Григорий Панин яҙҙы. Шунда ғына «Себер» клубы уйынсыһы Владимир Бутузов иҫәп айырмаһын кәметә алды. Ә инде өсөнсө осорҙа Владимир Бутузов йәнә юлаевсылар ҡапҡаһы артында ҡыҙыл ут тоҡандарҙы. Был голдан һуң яҡташыбыҙ Сергей Шмелёв Егор Сучков пасын оҫта файҙаланы. Ә Николай Кулёмин буш ҡапҡаға тағы ла бер шайба индереп Башҡортостан командаһына 6-3 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Континенталь хоккей лигаһы бөгөндән тәнәфескә туҡтай. Юлаевсылар сираттағы уйынын 19 декабрҙә үткәрә. Был көндө Өфөгә «Авангард» клубы килә.



