Киҙеү йоҡтороусыларҙың бишәүһе Өфөлә йәшәүсе граждандар, тип белдерҙе республика буйынса баш санитар табибы Анна Казак. Киҫкен респиратор сирҙәр буйынса эпидемиологик сик 30 проценттан артҡан. Сир йоҡтороусыларҙың яртыһы 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр.
Поликлиникаларҙа пациенттарҙы ҡабул итеү бер сәғәткә оҙайтыла. Халыҡ табиптарға эш көндәрендә иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске туғыҙға, шәмбе иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем мөрәжәғәт итә ала. Ял көндәрендә иртән һигеҙҙән киске бишкә тиклем табипты йортҡа саҡырырға мөмкин.




