“Ил азатлығы өсөн йәнен аямаған батырҙарҙы белергә тейешбеҙ"

Башҡортостан Һуғыш, Хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Валерий Шәрипов ошондай фекерҙә. Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскә һалыу тантанаһы үтте. Унда хәрбиҙәр, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Валерий Шәрипов әйтеүенсә, йәш быуында патриотизм тойоғоһон тәрбиәләү ғаилә һәм мәктәптең төп бурысы булырға тейеш.

“Ил азатлығы өсөн йәнен аямаған батырҙарҙы белергә тейешбеҙ"

Республикала Ватан Геройҙары көнөнә арналған саралар иртәгә лә үтә. Баш ҡалала патриотик флешмоб ойошторола. Унда ҡатнашыусылар геройҙар рәсеме менән атлай. Һүрәттең икенсе яғында Рәсәй байрағы төҫтәре төшөрөлә. Һауанан ҡарағанда, улар Рәсәй флагын хасил итә, ти ойоштороусылар. Сара Совет майҙанында көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Фото №1 - “Ил азатлығы өсөн йәнен аямаған батырҙарҙы белергә тейешбеҙ"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ