Республика парламентында ошо турала проект әҙерләнде, ул киләһе аҙнала пленар ултырышта ҡарала. - Еңеү Байрағын күтәреү тантаналы йола ғына түгел. Был тәү сиратта, фашизмды еңгән быуынға рәхмәт белдереү. Егерменсе быуатта булған фажиғәле ваҡиғаларҙы онотмаҫҡа кәрәк, фашизм идеологияһына юл ҡуйырға ярамай, - тине парламент рәйесе Константин Толкачев.







