“Авангард” үҙәгендә ярты йылда 1 мең 600-ҙән ашыу уҡыусы әҙерлек үткән

360 үҫмер профиль сменаларҙа ҡатнашҡан. “Бында күнекмәләр 5 көн бара. Үҙәктә балаларҙы яуаплы, үҙаллы булырға, бер-береһенә ярҙам итергә өйрәтәләр. Алған белем практик дәрестәрҙә нығытыла. Балалар парашют менән  һикерә, физик яҡтан сыныға. Һәм мотлаҡ “Геройҙар ярышында” ҡатнаша”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.  “Авангард” үҙәге Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән “Патриот” хәрби паркында урынлашҡан. Ул быйыл 1 июндә асылды. “Патриот”та  “Партизан ауылы” тарихи-мемориаль комплексы төҙөлә.  Футбол яланы һәм физкультура-һауыҡтырыу үҙәге булдырыла. 2024 йылда конгресс-үҙәк, мәсет, сиркәү, ат спорты үҙәге, күргәҙмәләр өсөн махсус урындар асыу ҡарала.

Фото №1 - “Авангард” үҙәгендә ярты йылда 1 мең 600-ҙән ашыу уҡыусы әҙерлек үткән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ