Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Белгестәр күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙы мөмкин тиклем асыҡ һауала үткәрергә кәңәш итә. Бина эсендә ойошторолған осраҡта, бүлмәләрҙе йышыраҡ елләтергә һәм дезинфекция уҙғарырға кәрәк. Башҡортостанда һалҡын тейҙереп сирләгәндәр һаны арта. Грипп менән ауырыу осраҡтары ла теркәлә. Белгестәр йәмәғәт урындарында битлек кейергә кәңәш итә.







