Бөгөн - Ватан геройҙары көнө билдәләнә

Бөгөн - Ватан геройҙары көнө. Ошо уңайҙан Өфөнөң Еңеү паркында тантаналы сара үтте. 

Хәрби ветерандар, кадеттар, рәсми вәкилдәр Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәм Александр Матросовтың һәйкәләнә сәскә һалды. Бөйөк Ватан һуғышында һәм локаль бәрелештәрҙә һәләк булыусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

Илдә барлығы 12 меңдән ашыу Советтар Союзы геройы иҫәпләнә, шуларҙың бер өлөшө Башҡортостандан. Республика үҙенең геройҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Һәр милләттең үҙ шәхестәре, геройҙары булырға тейеш. Әгәр юҡ икән ул милләт булараҡ үҫешә алмай. Шуға күрә беҙҙең тарихты, геройҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Бигерәк тә бар донъяла тарихты үҙгәртеп яҙырға тырышыу осоронда. Үткәндәрҙе белмәй тороп киләсәккә барыу мөмкин түгел.

Альберт Шаһиморатов, «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе

Ватан геройҙары көнө илдә 2007 йылда барлыҡҡа киде. Был көндә үҙ иленең геройҙары, патриоттары тәбрикләнә. Герой ул почет билдәһе генә түгел. Был исемде йөрөткән кеше ҡыйыулыҡ, намыҫ, фиҙаҡәрлек, батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ