Яҡташлыҡ көсө. Ҡырмыҫҡалы районында бөгөн Башҡортостан башлығы фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған «Кесе Ватаным - Атайсал» зональ форумы үтте. 8 муниципаль берәмек ҡатнашҡан сарала ижади һәм эшлекле майҙансыҡтар эшләне. Шул иҫәптән данлыҡлы милләттәшебеҙ исемен йөрөткән Миңлеғәле Шайморатов кластары бер-береһе менән осрашып, фекер алышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ауырғазы районы Талбазы ауылы мәктәбендә Миңлеғәле Шайморатов класы булдырылыуға өс аҙна ғына самаһы. Әммә уҡыусылар илһөйәрлек темаһына бәйле төрлө сараларҙа ҡатнашып өлгөргән дә инде. Бөгөн улар беренсе тапҡыр алыҫ сәфәргә сыҡты. Уҡыусыларға легендар комдив, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында, ундағы музейҙа булыу бәхете тейҙе.
Башҡортостан башлығы фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған «Кесе Ватаным - Атайсал» форумының төп майҙансыҡтары Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә үтте. Төрлө учреждениеларҙа республиканың 8 муниципаль берәмеге ҡатнашҡан осрашыуҙа эшлекле мәсьәләләр күтәрелде. Йәштәрҙе бер ҡорға йыйған секция ултырышында мәҫәлән, яҡташлыҡ көсөнә арналған һорауҙар тикшерелде.
Яңы кимәлгә күтәрелеү тап урындағы халыҡтың берҙәмлегенән, уның тырышлығында күренә. Миҫалды оҙаҡ эҙләргә кәрәкмәй. Һуңғы йылдарҙа республикала киң ҡолас алған «Урындағы башлағыстарҙы яҡлау программаһы», «Айыҡ ауыл», «Атайсал» проекттары тап төбәк мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Бөгөнгө осрашыу ҙа тап берләшеүгә ҡоролғайны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан бығаса ойошторолған ырыуҙар ҡоро хәрәкәте форумдың башланғысы тип әйтергә кәрәк. Сираттағы сара юридик ойошма булдырыуға бер аҙым булып тора.
Башҡортостан башлығы фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған «Кесе Ватаным - Атайсал» форумы тик Ҡырмыҫҡалы районы менән сикләнмәй. Сөнки, сараның потенциалы төплө нигеҙле тиелде сарала.
Ә киләһе осрашыу Йылан һәм Ҡаңны ырыуы башҡорттары күпләп йәшәгән Туймазы ерендә үтәсәк. Шулай уҡ сара бер-нисә районды берләштергән ижади һәм эшлекле осрашыуҙарҙан торор тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин



