Иглин районында ике йыллыҡ тәнәфестән һуң театр коллективтары конкурсы тергеҙелде

Оҙайлы паузаға коронавирус пандемияһы сәбәпсе булған. «Театраль серпантин» фестивалендә 8 актерҙар коллекты ҡатнашты. Улар музыкаль әкиәттәр, драма спектаклдәре, шулай уҡ балалар өсөн спектаклдәр тәҡдим итте.

Конкурста ҡатнашыусылар башҡарыу оҫталығын һәм сәхнә мәҙәниәтен күрһәтте. Тамашасы коллективтарҙы йылы ҡаршы алды, һәр сығыш ҡыҙыҡлы костюмдар, декорациялар һәм музыка менән оҙатылды. Былар барыһы ла ысын театр мөхитен тыуҙырҙы.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 1-се дәрәжә лауреат исеменә Охлебинин ауылының театр студияһы лайыҡ булды. Актерҙар ауыр һуғыш йылдарында тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошон сәхнәләштергән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ