Ярты йыл эсендә «Авангард» уҡыу-методик үҙәгендә 1 мең 600-ҙән ашыу унынсы класс уҡыусыһы күнекмәләр үткән. 360-тан ашыу кеше профилле сменаларҙа ҡатнашҡан. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.
«Үҙәктәге йыйындар биш көн дауам итә. Бик оҙаҡ та түгел, әммә уны үткән йәштәрҙең үҙгәреүе күҙәтелә. Улар бында яңы оҫталыҡҡа, дисциплинаға, яуаплылыҡҡа, үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Теория бында реаль тормош менән йәнәш бара, яңы белем практикала нығына. Балалар парашютта һикерергә, урында йүнәлеш алыуҙы үҙләштерә, физик әҙерлеген яҡшырта. Мотлаҡ тәртиптә «Геройҙар уҙышы» үтә. Уҡыу үҙәгендә заманса хәрби-медицина әҙерлеге кабинеты йыһазландырылған, унда курсанттар медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнә. Электрон тир, тематик кластар бар.
Ноябрҙән уҡыу программаһына янғын хәүефһеҙлеге, һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре буйынса дәрестәр индерелде. Бәлки, «Авангард» та алған бөтә күнекмәләр ҙә балаларҙың артабанғы тормошонда кәрәкмәҫ, тә, әммә файҙаһы тейеүе ихтимал. Минеңсә, бындай мәктәптән һуң уларға үҙҙәрен яҡлау һәм кәрәк осраҡта, башҡаларға ярҙам итеү еңелерәк буласаҡ», тип яҙған Башҡортостан башлығы.



