Башҡортостанда төбәк тулайым продукты һаҡлап ҡалынды. Алдан билдәләнгән маҡсаттар үтәлә. Сәнәғәттә, ауыл хужалығында үҫеш күҙәтелә. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров федераль телеканалға интервьюһында белдерҙе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә лә ҡытлыҡ юҡ, 2014 йылдан башлап беҙҙең республика үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итә.







