Башҡортостандан айына бер тапҡыр хәрбиҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәр менән ике ҙур гуманитар конвой оҙатыла. Бер үк ваҡытта Рәсәйҙе яҡларға китеүселәрҙең яҡындары тураһында ла хәстәрлек күрелергә тейеш. Был хаҡта Радий Хәбиров «Вместе-РФ» телеканалына биргән интервьюһында белдерҙе. Төбәк етәксеһе уҙып барған йылға яҡынса йомғаҡ яһаны һәм төбәк алдында торған төп бурыстар тураһында һөйләне.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе - Донбасс халҡына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Башҡортостан был эште бер нисә йүнәлеш буйынса ойошторған: шефлыҡҡа алынған биләмәлә объекттарҙы тергеҙеү, гуманитар йөктәрҙе оҙатыу, мәжбүри күскенселәрҙе ҡабул итеү һәм интеграциялау, ирекмәндәргә, төбәктә йәшәүселәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күреү, тине Башҡортостан башлығы. Әле Башҡортостанда 30-ға яҡын сараны үҙ эсенә алған ғаиләләргә булышлыҡ итеү буйынса киң программа тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, Яңы йылға мобилизацияланыусылар, уларҙың ҡатындары һәм балалары 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ.
Ҡатмарлы тышҡы сәйәси шарттарға һәм санкция баҫымына ҡарамаҫтан, Башҡортостан социаль-иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлай, халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтә. Предприятиелар менән берлектә эшләү һөҙөмтәһендә беҙ тиҙ арала яңы сит ил партнерҙары таптыҡ, логистик сылбырҙарҙы үҙгәртеп ҡорҙоҡ, тине Радий Хәбиров. Беҙҙең эргәлә күп йүнәлештәр буйынса яҡшы алға киткән дәүләттәрҙән партнерҙар бар. Мәҫәлән, Беларусь етәкселеге һәм сәнәғәт предприятиелары менән бәйләнештәребеҙ бер нисә тапҡырға артты, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.



