Бөгөн Өфөлә авария-ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәренең сираттағы уҡыу күнекмәләре үтте

«Өфө» Халыҡ-ара аэропортында бөгөн авария-ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәренең сираттағы уҡыу күнекмәләре үтте. Был юлы ул вертолет ярҙамында 20-30 метр бейеклектән кешеләрҙе ҡотҡарыуға ҡоролғайны. Тәжрибә менән БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин таныштыра.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорт майҙансығы. Һауа температураһы 20 градустан да түбән. Вертолеттан иҫкән елгә, һауа торошо һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡотҡарыусылар уҡыу күнекмәләрен үтә. Тармаҡта 10 йыл самаһы эшләгән Руслан Диваев өсөн бөгөнгө сара тәүге тәжрибә. Быға тиклем замандашыбыҙ һыу, профессиональ альпинизм кеүек тармаҡтарҙа һынау үткән.

Әйткәндәй, күптән түгел ҡотҡарыусыларға Белорет урманында аҙашҡан дүрт кешенең эҙенә сығырға тура килгән. Эҙләү операцияһы тап вертолет ярҙамында уңышлы тамамланған. Халыҡты бәхетһеҙ осраҡтан аралау өсөн һуңғы көндәрҙә күләмле рейдтар ойошторола. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары ҡатнашлығындағы сара Нуриман районында ла үтә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ