«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Саҡмағош Үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы һанлы флюорограф менән тәьмин ителгән. Әлегә яңы ҡорамалда медицина тикшеренеүҙәре ойоштороуға лицензия алына. Кабинетта капиталь ремонт уҙғарылған. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән бинаға өҫтәп, быйыл яҙ поликлиниканың яңы корпусы ла сафҡа индерелгәйне. Көсәйтелгән беренсел звено тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Электрокардиография һөҙөмтәләре шунда уҡ компьютерҙағы программаға эләгә. Саҡмағош Үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы ЭКГ-ны дистанцион теркәү һәм тапшырыу буйынса модуль система менән тәьмин ителгән. Пациенттарҙың йөрәк эшмәкәрлеген тикшереүҙә яңы медицина ҡоролмаһы ҡулланыла.
Поликлиника «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелгән. Төҙөлөшкә яҡынса 400 миллион һум аҡса тотонолған. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы тулыһынса заманса дауалау һәм диагностикалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Пациенттарҙа сирҙе иртә стадияларҙа асыҡлау өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.
Яңы поликлиникала ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы менән балалар бүлеге лә урынлашҡан. Кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелмәй. Быйыл дүрт йәш белгес эш урыны менән тәьмин ителгән. Уларҙың икәүһе балалар табибы.
Поликлиниканың иҫке һәм яңы бинаһы йылы коридор менән тоташтырылған. Лифт эшләй, аҙ мобилле граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн махсус күтәргестәр ҡуйылған. Табипҡа яҙылыу буйынса ла уңайлы шарттар булдырылған. Тиҙҙән яңы флюорограф аппараты ла файҙаланыуға тапшырыла. Әлегә кабинетты эске яҡтан биҙәкләү эштәре тамамланған, медицина ҡорамалына лицензия алына.
Гөлназ Хәйбуллина



