Өфөлә солоҡсолоҡ буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы

Рәсәй халыҡтарының милли мираҫы йылы сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала солоҡсолоҡ буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы. Федоровка районы Оло Сытырман ауылында йәшәүсе Мортаза Солтанғолов боронғо халыҡ кәсебе менән таныштырҙы. Солоҡ ҡорттары, бал алыу ысулдары хаҡында киләһе яҙмала.

Мортаза Солтанғолов халыҡ кәсебе - солоҡ ҡорттарын үрсетеү менән ике тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә. Был өлкәлә тәжрибәһе һәм таһыллығы етәрлек. Балауыҙ аҫҡа ағып төшмәһен, кәрәҙҙәр емерелмәһен өсөн ул перпендикуляр рәүештә ағас шыналар ҡағып сыҡҡан. Көҙ һуңлатып алынған солоҡ балы бик ҡуйыра, уны түмәрҙән сығарыу мәшәҡәт тыуҙырмаһын өсөн махсус ҡулайлама ҡуллана.

Килешле хәрәкәттәр ярҙамында бал менән тулы кәрәҙҙәр солоҡ түмәренән еңел генә сығарыла. Солоҡ балы һаулыҡ өсөн файҙалы, ҡулланыуҙа уңайлы. Оҫталыҡ дәресен ҡараусылар бал ҡорттарын тәрбиәләү алымдары, төрлө сирҙәргә ҡаршы тороу ысулдары хаҡында тулы мәғлүмәт алды. Солоҡ түмәрҙәрен төрлө кимәлдә урынлаштырыу мөмкинлектәре менән танышты. Йомарт умартасы быйылғы кәрәҙҙәрҙе киҫеп, солоҡсолоҡ йүнәлеше менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы бал менән һыйланы.

Был ҡулъяҙма китап уның ҡулына Әлмөхәмтовтар нәҫеленән күскән. Унда боронғо башҡорт көнкүрешенә, дөрөҫ хужалыҡ итеүгә ҡарата кәңәштәр, төрлө ауырыуҙарға ҡарата халыҡ шифаһынан рецепттар тулланған. Мортаза Солтанғолов Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың һирәк китаптар, бороңғо ҡулъяҙмалар менән эшләүсе белгестәр ярҙамы менән халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән изге ҡомартҡыһын һанлы форматҡа күсереү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ