Тиҙҙән Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштауҙы Бөтә донъя мираҫы объекттары итеп таныуҙары мөмкин. - ЮНЕСКО шихандарҙың уникаль, бөтә донъя өсөн әһәмиәтле булыуын таный. Донъя мираҫы исемлегенә инеү шихандарҙы һаҡлау өсөн генә түгел киң танылыу алыу өсөн кәрәк, - тип хәбәр итәләр Республика Башлығы хакимиәтенән. Шихандар эргәһендә туристик инфраструктураны яҡшыртыу буйынса ла эш алып барыла.







