Республика парламенты рәйесе Мәскәүҙә Рәсәй закон сығарыусылар советында сығыш яһаны. Константин Толкачев белдереүенсә, федераль законды камиллаштырырға кәрәк. Әлеге шарттарға ярашлы, махсус операциянан әйләнеп ҡайтыусы икеләтә проценттар буйынса түләргә тейеш була. Шуға проценттар өҫтәмәҫкә кәрәк. Бөгөнгә банктар хәрбиҙәр өсөн 100 меңдән ашыу кредит буйынса түләүҙе кисектергән.







