Билдәле тел белгесе, педагог Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына - 130 йыл

Баймаҡ районы Темәс ауылында ғалимдың хеҙмәтенә байҡау яһалды. Мәктәп уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән осрашыуҙы «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.

Ғәббәс Дәүләтшинды беҙ башҡорт тел белеме фәненә нигеҙ һалыуға, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес тип әйтә алабыҙ. «Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге», «Башҡорт теле һөйләштәре», «Башҡорт әҙәбиәте хрестоматияһы» кеүек хеҙмәттәр авторы булараҡ ул йәшәү дәүерендә башҡорт әҙәби телен ентекләп өйрәнеү эштәрен алып бара.

Халыҡ яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин менән дуҫ булған Ғәббәс Йәғәфәр улына 1937 йылдың 10 октябрендә халыҡ дошманы тигән мөһөр тағылып, ҡулға алына.Шул йылдың 27 ноябрендә уға студенттар һәм уҡытыусылар араһында сәйәси агитация алып барыусы, активист тигән хөкөм сығарыла һәм үлем язаһына тарттырыла.1956 йылда барлыҡ был ҡарарҙар инҡар ителеп уның исеме аҡлана.

Ғәббәс Дәүләтшинды халыҡ хәтеренән юйырға тырышалар. Хатта туғандары араһында ла уның исемен телгә алыу тыйыла. Алтынға ҡара йоҡмаған кеүек, ғалимдың бар хеҙмәттәрен тергеҙеүҙә уның туғаны Мәрғүбә Дәүләтшинаның өлөшө ҙур.Ейәнсәре Элла Дәүләтшина уның тураһында «Быны башҡортса әйт» исемле документаль фильм төшөрә. Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт университеты бинаһында уға мемориаль таҡтаташ асылған, ә тыуған ауылында һәйкәл урынлаштырылған.

Р. Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ