Рәсәй Конституцияһы көнөндә республика үҫмерҙәре ҡулдарына төп рәсми документ - паспорт алды. Өфөнөң Киров районы мәктәптәрендә уҡыған, 14 йәше тулған 15 үҫмергә мөһим документ тапшырылды. Йәштәрҙе генерал-майор, Үҙәк хәрби округ инспекторы Владимир Трофимов, генерал-лейтенант, һалым полицияһы ветераны Энгельс Ҡолмөхәмәтовтар тәбрикләне. Оло тормош юлы үткән, тәжрибәле шәхестәр Рәсәйҙең киләсәген үҙ ҡулына аласаҡ егет-ҡыҙҙарға рухи берҙәмлек, күңелдәренә ятҡан һөнәр һайлап, төрлө өлкәләрҙә илебеҙ ҡеүәтен арттырыуҙарын теләне.
Ә Иглин районының алты үҫмеренә паспорт тапшырыу тантанаһы райондың Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында тапшырылды. Ғүмерҙәрендәге төп документты йәштәргә Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова һәм прокурор Марсель Мәҡсүтов тапшырҙы. Конституция көнөндә паспортлы булыу егет-ҡыҙҙар өсөн айырым ғорурлыҡ.



