Һәр баланың хыялы тормошҡа ашһын!

«Ижади теләктәр шыршыһы» төбәк акцияһы балалар яҙған хаттарҙы йыя башланы. «Тинтино» балалар йыр театры ҡыҙҙарының ҙур сәхнәлә сығыш яһау хыялы декабрь аҙағында тормошҡа ашасаҡ. Улар «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк «Ижади теләктәр шыршыһы»нда ҡатнаша. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Теләктәр шыршыһы» проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған акция әле үк 100-ҙән ашыу хат алған. 6 йәштән 17 йәшкәсә малай-ҡыҙҙар кумирҙары менән осрашырға, спектаклдә ҡатнашырға йәки сәхнә артындағы тормошто күрергә теләү кеүек хыялдарын яҙған.

Быйыл бындай сара Рәсәйҙә икенсегә үтә. Луганск һәм Донецк халыҡ республикаһынан килгән, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла акцияла ҡатнаша. Теләктәр 15 декабрҙән 29-на тиклем экранда күрһәтелгән электрон почтаға һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында ҡуйылған йәшниккә ҡабул ителә. Унда ҡатнашыу өсөн ижади хыялыңды яҙырға, исем-шәриф менән телефон һандарын күрһәтергә кәрәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ