Был туралағы килешеүҙәргә Радий Хәбиров менән Алексей Миллер ҡул ҡуйҙы. Яҡтар видеоконференция бәйләнеше режимында осрашты.
Документ 2003 йылда уҡ ҡабул ителгән, бөгөн ул актуалләштерелде. Ул газ үткәреү һәм газ тоташтырыуҙы тамамлау, энергетика машиналары эшләүҙе үҫтереү, шыйыҡландырылған тәбиғи газ етештереү, газ һаҡлаусы һәм «йәшел» технологиялар индереү өлкәһендә берлектәге эште күҙ уңында тота. Бөгөн ҡул ҡуйылған икенсе килешеү Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереүгә ҡағыла.
«Газпром» идараһы рәйесе Алексей Миллер төбәк менән эштең бөтә йүнәлештәре буйынса һөҙөмтәле булыуын билдәләне. Әлегә тиклем холдинг менән Башҡортостан араһында газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһы төҙөлгән. Уға ярашлы,13 миллиард һумдан ашыу күләмендә «Газпром» инвестициялары ҡаралған. 2025 йыл аҙағына тиклем республикала газ үткәреүҙе 100 процентҡа тиклем еткереү күҙаллана.



