Прокуратура тарафынан Октябрьскийҙа сираттағы ғаиләнең һөрөм газынан ағыуланып дауаханаға эләгеүенә бәйле тикшереү башланды. Уҙған йәкшәмбе дүрт кеше, шул иҫәптән бер балаға ашығыс медицина ярҙамы талап ителде. Күңелһеҙ хәл сәбәптәрен беҙҙең ижади төркөм асыҡларға тырышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Һөрөм газы күренмәй ҙә, һиҙелмәй ҙә, еҫе-төҫө юҡ. Сергей Колигер ғаиләһе өсөн ябай көндөң фажиғәле тамамланыу ихтималлығын билдәләй. Ванна төшөргә йылы һыуҙы асыр өсөн газ колонкаһын тоҡандырғандан һуң башлана ла инде проблемалар. Һанаулы минуттар эсендә йортта булған дүрт кеше бер-бер артлы иҫен юғалта.
Ғаилә башлығы ҡыҙы менән дауахана стационарына һалынһа, ҡатыны менән улы реанимацияға... Ваҡытында медицина ярҙамы алғанға күрә, ауыр хәлдә ҡабул ителһәләр ҙә иртәгәһенә үҙҙәрен яҡшы тоя башлаған. Ата-әсә улы менән өйгә ҡайтарылған.
Ҡыҙҙың да сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүе билдәләнә, ул да тиҙҙән дауахананан сығыр тип көтөлә.
Бер ай эсендә генә Октябрьский ҡалаһында һөрөм газынан ағыуланыу буйынса дүрт осраҡ теркәлгән. Барлығы ун өс кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусы ла бар. Бер баланың ғүмере өҙөлгән. Һәр осраҡ буйынса тәфтиш комитеты һәм прокуратура эшләй.
Ҡаланың Гараж урамы, 6-сы йорттағы осраҡтан һуң фатирға зәңгәр яғыулыҡ биреү ваҡытлыса туҡтатылған. Һөрөм газы сығыу сәбәптәре асыҡлана. Идарасы компания торлаҡтағы газ колонкаларының техник яҡтан төҙөклөгөн, төтөн һәм елләтеү системаһының файҙаланыуға яраҡлығын тикшерә. Күҙәтеүсе органдар ҙа подъезда йәшәүселәрҙән һорау алыу ойошторған.
Сергей Колигерҙың фатирында газ колонкаһы тулыһынса һүтелгән. Осраҡ буйынса яуаплы органдар экспертиза уҙғара. Уның һөҙөмтәләре ике-өс аҙнанан ғына билдәле буласаҡ. Ғаилә башлығы билдәләүенсә, йортта хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтеү талап ителә.
Гөлназ Хәйбуллина



