Шайморатов батальонының «Талпан» ҡушаматлы яугиры был турала беҙҙең хәбәрселәргә биргән интервьюһында белдерҙе. Украинаны фашизмдан таҙартыу һәм ҡоралһыҙландырыу операцияһына үҙ теләге менән ҡушылған яҡташтарыбыҙҙан тупланған хәрби берәмек янына республиканан сираттағы гуманитар ылау барып етте. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса, Рәсәй геройҙары көнөндә яугирҙар алдында республиканың эстрада йондоҙҙары сығыш яһаны.
Туймазы һәм Стәрлетамаҡ ашнаҡсылары байрам табыны әҙерләне, парикмахерҙар батырҙарҙың һаҡал-сәсен алды. Тылыбыҙ ныҡ. Башҡортостан ярҙамын, шәхсән республика башлығы Радий Хәбировтың хәстәрен тоябыҙ, ти яугирҙар. Ярты йыл самаһы махсус хәрби операцияның алғы һыҙығында булғандан һуң ялға туҡтаған Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.
2 мең саҡрым самаһы юл үтеп гуманитар ылау тәғәйен урынға барып етте. Йөк машинаһына махсус хәрби операцияның алғы һыҙығында алышҡан батыр яҡташтарыбыҙ аҙыҡ-түлек, ҡышҡы аммуниция һәм хәрби бурысты үтәү өсөн талап ителгән Башҡортостан ярҙамын тойоу беҙгә көс өҫтәй тип билдәләй.
Ял минуттарында ла күнекмәләр тынмай. Батальон яугирҙары ҡорал менән эш итеү алымдарын шымарта. Бәрелеш тактикаһы буйынса дәрестәр үткәрә.
Башҡортостан егеттәре менән бер сафта «Бурый» ҡушаматлы яугир ҙа алыша. Тыныс тормошта ул Башҡортостан райондарының береһендә ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән. Махсус хәрби операция башланыу менән «Барс» батальоны сафында Донбасты азат итеүҙә ҡатнашҡан. Шайморатов батальоны ойошторолоуын ишеткәс тә яҡташтарына ҡушылған. «Бурый» алтмышты уҙған. Юбилейын ул кононада аҫтында, окопта ҡаршылаған.
Гуманитар ылау менән бергә Шайморатовтсылар янына табиптар ҙа барҙы. Яугирҙар бигерәк тә күсмә стамотология модулен көткән. Экстремаль шарттарҙа бигерәк тә тештәр зыян күрә. Уларҙы Республика стоматология поликлиникаһы табиптары дауалай.
Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында хеҙмәт вахтаһын үтәгән аҡ халатлылар ҙа гуманитар миссиянан ситтә ҡалманы. Шайморатовсыларҙы травматолог, окулист, хирург, оторинолоринголог ҡараны.
Күсмә поликлиника кәрәкле медицина тикшереүҙәре ойоштороу өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Яугирҙар Узи, кардиограмма тикшереүҙәре үтте, анализдар бирҙе. Ләйсән Вәлиева 5-се ай Донбаста. Башҡортостан яугирҙарына ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ифрат яуаплы бурыс тип баһалай ул.
Армияла яугир, туҡ, сәләмәт һәм бөхтә булырға тейеш тигән яҙылмаған ҡанун бар. Был шартты еренә еткереү өсөн Шайморатовтсылар ялға туҡтаған урынға Башҡортостандан парикмахерҙар ҙа барҙы. Бер көн эсендә улар 150 яугирҙың сәсен алды, һаҡалдарын ипләне.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса Гуманитар ылауға Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселек итте. Плацта ул бататльондың 14 яугирына Шайморатов ордены , 30 хәрбигә Рәхмәт хаты һәм Почет грамоталары тапшырҙы. Батальон хәрби операция биләмәһендә абруй ҡаҙанып өлгөргән. Нацимз менән көрәшкән 80 яҡташыбыҙ Рәсәй наградаларына тәҡдим ителгән.
Украинала нацимз менән көрәш барғанда, ҡулына ҡорал тотоп дошман менән алышҡан яугирҙарға терәк-таяныс булыуҙан да мөһимерәк бурыс юҡ. Башҡортостанда был йәһәттән йәмәғәтселек тә, власть вәкилдәре лә мәсьәләгә етди ҡарай. Радий Хәбировтың башланғысы менән махсус хәрби операция биләмәһенә даими гуманитар ылауҙар оҙатыла. Яугирҙар көслө республика уландары булыу менән ғорурланыуын белдерә.
Батальонда аталы-уллы хеҙмәт итеүселәр ҙә бар. Бер-береһенә күҙ-ҡолаҡ, терәк-таяныс булып хеҙмәт итә улар.
6 ҡаҙан былау, һуйылған һуғым итенән ҡоротло һурпа, сәссәк менән татлы сәй. Шайморатовсылар өсөн республика байрам табыны ла ҡорҙо. Иң мөһиме, ризыҡтың өйҙәгесә тәмле, күңел йылыһы ҡушып бешерелеүе.
Геройҙар көнөн ашхананы сәхнә итеп үҙгәртергә тура килде. Республика эстрадаһы йондоҙҙары Украина фашистары менән алышҡан яҡташтарыбыҙҙы йыр менән дәртләндерҙе. Батырҙар алдында Радик Юлъяшин да сығыш яһаны.
Батальонда «Талпан» ҡушаматлы яугир хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция биләмәһенә ингәс тә дошман уның тураһында фейк хәбәр таратҡан. Имеш, «Талпан» әсир төшкән. Яҡташыбыҙ интернеттағы һәр хәбәргә ышанмаҫҡа саҡыра.
«Дәрүишхан» төркөмөнөң «Шайморатов» генерал йыры батальондың гимнына әйләнгән. Ижади коллективтың солисы Ринат Зарипов тамашанысының айырыуса ихлас булыуына иғтибар итте.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса Батальон яугирҙарын дәрләндереү һәм рухын күтәреү өсөн ойошторолған сара маҡсатына иреште. Яҡташтарыбыҙ концерттан ихлас ял итеп, республика ярҙамын тойоп, күңел йылыһы алып таралышты.
Рафиҡ Әхмәтшин



