2019 йылдан Башҡортостан Башлығы указы буйынса, 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ул туған телде һаҡлау, яҡлау, үҫтереү һәм танытыу маҡсатында булдырылды. “Башҡорт теле көнөн билдәләгән төбәктәр йылдан-йыл арата”, - тип белдерҙе бМәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов. Ул йыйылышта башҡортса сығыш яһаны.
14 декабрҙә республиканың бөтә мәктәптәрендә һәм белем биреү усаҡтарында “Башҡорт телен яратам” тип аталған берҙәм дәрес ойошторола. 12-13 декабрҙә онлайн тәртиптә “Аҡмулла диктанты” халыҡ-ара акцияһы үткәрелә. Илнур Мөхйәнов дауам итә.
Башҡорт теле көнөнә арналған саралар теҙмәһе менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға була.




