Башҡортостанда мобилизацияланғандар ғаиләләренә 20 мең һум был аҙнала күсерелә башлай

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Бөгөнгә 4 мең 100-ҙән ашыу ғариза килгән. “Инцидент-менеджмент” системаһында уҙған аҙнала бер тапҡыр түләүгә бәйле 400-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Бөтә һорауҙарға яуапты телеграмда махсус чат-ботта табырға була. Республика Башлығы Радий Хәбиров 5 декабрҙә яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә 20 мең һум түләүгә бәйле указға ҡул ҡуйҙы.

Фото №1 - Башҡортостанда мобилизацияланғандар ғаиләләренә 20 мең һум был аҙнала күсерелә башлай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ