Вице-премьер Алан Марзаев белдереүенсә, 370 авария бригадаһы ойошторолған, унда 2 мең 300-ҙән ашыу хеҙмәткәр индерелгән. Бындай хеҙмәт йорттарҙы йылытыу һәм эҫе һыу биреүҙә булған авария эҙемтәләрен мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итергә тейеш. Хөкүмәттә урам һәм юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу мәсьәләһе лә ҡаралды.







